Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 48 250 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Көнүҙәк яңылыҡ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы — йыйын, ҡор. Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Өфө ҡалаһында 2019 йылдың 11-12 апрелендә уҙғарылды.

Съезда Башҡортостан һәм Рәсәй субъекттары мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Көн тәртибендә — Башҡортостанда, Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡарала.

  • Бәйләнештә сайтында Съезд яңылыҡтары
  • Проект:Википедия + Мәғариф
  • Башҡорт теле
    «Башҡортнәмә» исемлегендә башҡорт теле бүлеге
    «Исемең матур!» проекты
  • Башҡорт әҙәбиәте
    Портал:Башҡорт әҙәбиәте — Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына Башҡорт Википедияһы бүләге
    «Башҡортнәмә» исемлегендә башҡорт әҙәбите бүлеге
    Исемлек:Башҡорт әҙәбиәте — башҡорт телендә ижад ителгән әҙәрҙәр исемлеге, башҡорт Википедияһында яҙылған һәм һәм яҙылырға тейеш мәҡәләләр
    Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары
  • Съезд материалдары
    Рөстәм Нурыев сығышы, презентация
    Съезға тәҡдимдәр
    Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре, альбом
    Башҡорт Википедияһы саралары, альбом
    Буклет
Википедиянан ситтә файҙалы һылтанмалар

Үҙгәртеү

Һайланған мәҡәлә

Каспаров Гарри Кимович (тыуған саҡтағы фамилияһы Вайнштейн; 1963 йылдың 13 апрелендә Әзербайжан ССР-ының баш ҡалаһы Баҡыла тыуған) — совет һәм Рәсәй шахматсыһы, шахмат буйынса 13-сө донъя чемпионы, шахмат әҙәбиәтсеһе һәм сәйәсмән. Ҡайһы бер эксперттар Каспаровты тарихтағы бөйөк шахматсы тип таный. Халыҡ-ара гроссмейстер (1980), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1985), СССР чемпионы (1981, 1988), Рәсәй чемпионы (2004). Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының һигеҙ тапҡыр еңеүсеһе: дүрт тапҡыр СССР командаһы составында (1980, 1982, 1986, 1988) һәм дүрт тапҡыр Рәсәй командаһы составында (1992, 1994, 1996, 2002). Ул — ун бер шахмат «Оскар»ы (йылдың иң яҡшы шахматсыһы приздары) эйәһе. Каспаров, ике ҡыҫҡа өҙөклөк менән, 1985 йылдан 2006 йылға саҡлы яңғыҙы ФИДЕ рейтингының башында була: 1993 йылғы ФИДЕ ҡарары менән 1994 йылда рейтингтан төшөрөп ҡалдырыла, ә 1996 йылдың ғинуарында Каспаров Владимир Крамник менән бөр төрлө рейтингҡа эйә була. 1999 йылда Гарри Каспаров рекордлы рейтинг — 2851 балл йыя, һәм Магнус Карлсен яңы рекорд ҡуйғанға тиклем, 13 йыл ярым дауамында Каспаров рекордсы була.

Каспаров, 1985 йылда Анатолий Евгеньевич Карповты еңеп, донъя чемпионы була. «Ике К»ның ҡаршы тороуы 1980-се йылдар уртаһынан башлап 1990-сы йылдар башына саҡлы дауам итә, был аралыҡта Карпов һәм Каспаров донъя чемпионы исеме өсөн биш матч  уйнай. 1993 йылда Каспаров һәм яңы дәғүәсе Найджел Шорт Халыҡ-ара шахмат федерацияһынан сыға һәм яңы ойошма — Профессиональ шахмат ассоциацияһы эгидаһы аҫтында матч үткәрә. ФИДЕ Каспаровты титулынан мәхрүм итә һәм 2006 йылға тиклем донъя чемпионы икәү була —  ФИДЕ версияһы буйынса һәм «классик» версия буйынса. 2000 йылда донъя беренселегендә Каспаров Владимир Борисович Крамниктан еңелә.

↪ дауамы…

Исемлек (108) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән.

1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.

1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙ атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртә.

1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (102) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (12) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
СССР почта маркаһы, 1988 йыл

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 29 апрель

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
  • Халыҡ-ара бейеү көнө.
Милли байрамдар
  •  Дания — принцессса Бенедиктаның тыуған көнө.
  •  Япония — Сёва көнө.
Һөнәри байрамдар

♦ Кисәге: 28 апрель ♦ Иртәгә: 30 апрель ♦ Барлыҡ көндәр ♦

29 апрель юбилярҙары *
  • Ғүмәров Хәлил Зәбир улы (29.04.1949), педагог. 1966–2005 йылдарҙа Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
  • Һиҙиәтова Ирина Михайловна (29.04.1964), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2009), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

♦ Кисәге: 28 апрель ♦ Иртәгә: 30 апрель ♦ Барлыҡ көндәр ♦
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Токио йәмиғ мәсете
  • Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте һәм Совет власы араһында Килешеү төҙөлә, һөҙөмтәлә Башҡортостан мөхтәриәте Башҡорт АССР-ы тип үҙгәртелә.
  • Башҡорт Хөкүмәтенең тәүге рәйесенең атаһы Юлбарыҫ Бикбов «Башҡорттар» тигән күләмле әҫәрҙең авторы булараҡ билдәле булған.
  • Башҡорт дин әһеле Японияның беренсе мөфтөйө була һәм Токио йәмиғ мәсетенә нигеҙ һала, уға шулай уҡ Филиппиндың мөфтөйө булырға тәҡдим иткәндәр.
  • 2019 йыл — күп кенә Азия илдәрендә 12 йыллыҡ циклды тамамланған Ҡабан йылы.
  • 3,5 млрд йыл элек, беренсе фотосинтезлаусы архейҙар барлыҡҡа килгәнсе, Ер атмосфераһында кислород булмаған.
  • Йәшен атыу күренеше Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә лә күҙәтелә.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар
  • Мең
  • Мириада
  • Башҡортнамә
  • Юбилярға Википедия бүләге
  • Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар
  • Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.