Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 46 650 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Әүҙем порталдар: Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Һайланған мәҡәлә

Зи́гмунд Фрейд (6 май, 1856, Фрайберг, Австрия империяһы — 23 сентябрь, 1939, Лондон) — австрия психологы, психиатры һәм неврологы.

Зигмунд Фрейд психоанализға нигеҙ һалыусы тип һанала, ул XX быуатта психологияға, медицинаға, социологияға, антропологияға, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һиҙелерлек йоғонто яһаған Уның теориялары менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә һис кәмемәй. Фрейд ҡаҙаныштарынан иң мөһимдәре — психиканың өс компонентлы моделдән тороуын асыу, шәхестең психосексуаль үҫешендә специфик фазаларҙы билдәләү, эдип комплексы теорияһын булдырыу, психикала һаҡлағыс механизмдар булыуын табыу, «аңһыҙҙан» төшөнсәһен психика менән бәйләү, трансфер һәм контр-трансферҙы асыу, ирекле ассоциациялар ысулын һәм төш юрауҙы терапевтик методикаларҙа ҡулланыу.

Фрейдтың психологияға йоғонтоһо бәхәсһеҙ булһа ла, күп тикшеренеүселәр уның хеҙмәттәрен аҡыллы алдаҡсылыҡ тип һанай.

Үҙ ғүмерендә Фрейд бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙған — тулы йыйынтығы 24 том тәшкил итә. Медицина докторы, профессор, Кларк университетының хоҡуҡ буйынса почётлы докторы, членом Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы, Гёте премияһын алған, Француз психоаналитик йәмғиәтенең и Британия психологик йәмғиәтенең , Америка психоаналитика ассоциацияһының почётлы ағзаһы. Зигмунд Фрейд 1856 йылдың 6 майында Моравиялағы Фрайберг ҡалаһында тыуған (ул саҡта Австрияға ингән). Ул тыуған урам— Шлоссерграссе — хәҙер уның исемен йөрөтә. Исемен олатаһы иҫтәлегенә ҡушҡандар. Ата-әсәһе Германиянан сыҡҡан йәһүдтәр. Фрайбергта Зигмундҡа 3 йәш тулғанса йәшәйҙәр, 1859 йылда Үҙәк Европала индустриаль революция арҡаһында атаһы фәҡирлеккә төшә.

Ғаилә Лейпцигҡа күсеп бер йыл йәшәгәс, Венаға китә. Зигмунд күсенеп йөрөүҙе ауыр кисерә, сөнки атаһының тәүге ҡатынынан ағаһы Филипп менән бик дуҫ булалар. Йәмғиәттең иң түбән ҡатламдары араһында йәшәп, бер аҙ эштәре юлға һалынғас, арыуыраҡ төбәккә урынлашалар. Әммә артыҡ мантып та китә алмайҙар. Зигмунд шул ваҡыттарҙа әҙәбиәт менән мауыға башлай. Өйҙәге әҙерлеге һәм тәбиғи һәләттәре Зигмунд Фрейдҡа 9 йәшендә, тейешле ваҡыттан бер йыл алға, гимназияға инергә мөмкинлек бирә. 8 баланан бер Зигмундҡа кәрәсин лампа һәм хатта айырым бүлмә биреп ҡуялар, башҡалар уға ҡамасауламаҫҡа тейеш була Егет әҙәбиәт һәм философия менән мауыға — Шекспирҙы, Кантты, Гегелде, Шопенгауэрҙы, Ницшены уҡый, немец телен камил белә, грек телен һәм латынь өйрәнә, француз, инглиз, испан һәм итальян телдәрендә иркен һөйләшә.

↪ дауамы…

Исемлек (106) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр  — һаны ныҡ кәмеп йәки башҡа сәбәптән үлеп бөтөү ҡурҡынысы янаған биологик төрҙәр.

Юҡҡа сыға барыусы төр — таксономик төр, ләкин төр эсендә айырым төркөм дә булырға мөмкин .Мәҫәлән, төрсә(подвид). Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (ХТҺС) Юҡҡа сығып барыусыларға барлыҡ организмдарҙың 40 % -ы инә тип бара (2006 йылғы мәғлүмәттәр).

Элек был турала бер кем дә борсолманы. Тиреһе, ите өсөн күпме кәрәк, шул хәтлем хайуандарҙы үлтерҙе. Халыҡ һанының артыуы, алыш-бирештең үҫеүе айырым төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтерҙе. Тик XVI быуат уртаһына ҡарай ғына һунар биләмәләренең бушауын күреп, йәнлектәрҙе аулауға сикләмәләр индерә башланылар. Әлбиттә, сикләү икенсе маҡсатты күҙ алдында тота: йәнлектәрҙең һанын тергеҙеү менән һунарҙы дауам итеүҙе. Ә инде төрҙәрҙе ҡырыуҙан, бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан ҡурсалаусы тәүге тыйыуҙар XIX быуаттың аҙағында ғына, Европаның үҙендә лә ҡайһы бер төрҙәр юҡҡа сыҡҡас ҡына индерелә башлай. Зубрҙар юҡҡа сыға яҙа, 1627 йылда — тур, 1918 йылда тарпан юҡ була.

Күп илдәрҙә айырым төрҙәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән закондар бар. Мәҫәлән, һунар итеүгә, ер ҙләштереүҙә сикләүҙәр йәки ҡурсаулыҡтар булдырыу. Ысынында, хәүеф янаған төрҙәрҙең бик әҙе генә юридик яҡтан яҡлау ала. Күпселеге иһә, йәмәғәтселектең күҙ уңына эләкмәй ҙә, яйлап ҡына юҡҡа сыға барыу өҫтөндә. Һуңғы 150 йыл эсендә күп төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы борсоу һала. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыу тиҙлеге, Ер тарихының алдағы бөтә дәүерҙәренән 10-100 тапҡырға арттҡан.Әгәр ошо темп һаҡланһа, көсәйһә,алдағы ун йыллыҡта юҡҡа сығыусы төрҙәр миллионлап буласаҡ. Күпселек кешеләр айырым имеҙеүселәрҙе йәки ҡоштарҙы һаҡлау өсөн теләктәшлек белдерһәләр ҙә, иң мөһим экологик проблема булып экосистемаларҙың тотороҡлоғына янаған хәүеф тора. Экосистеманы, мөхитте һаҡламайынса, төрҙәрҙе һаҡлап ҡалып булмай. Экосистемала аҙыҡ сылбырының иң мөһим быуыны булып торған төрҙәре юҡҡа сыға. Борсолоуға дүрт сәбәп бар:

  1. Биологик берәмек булараҡ төр юҡҡа сыға;
  2. Экосистеманың тотороҡлоғо боҙола;
  3. Башҡа төрҙәргә хәүеф тыуа;
  4. Генофонд өсөн кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу.
↪ д а у а м ы…

Исемлек (102) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 18 февраль

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
Милли байрамдар
Һөнәри байрамдар
  •  Рәсәй — Транспорт полицияһы көнө.

♦ Кисәге: 17 февраль ♦ Иртәгә: 19 февраль ♦ Барлыҡ көндәр ♦

18 февраль юбилярҙары *

♦ Кисәге: 17 февраль ♦ Иртәгә: 19 февраль ♦ Барлыҡ көндәр ♦
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
  • Юбилярға Википедия бүләге
  • Мең
  • Мириада
  • Башҡорт Википедияһында булырға тейеш мәҡәләләр
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.