Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 51 756 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә

Рэй Ду́глас Брэ́дбери (22 август 1920 йыл, АҠШ, Уокиган — 5 июнь 2012 йыл, Лос-Анджелес) — Америка яҙыусыһы, «Фаренгейт буйынса 451 градус» антиутопияһы, «Марсиан хроникалары» хикәйәләр циклы һәм өлөшләтә «Бәпембәләрҙән яһалған шарап» автобиографик повесы авторы.

Үҙ ғүмерендә Брэдбери һигеҙ йөҙҙән ашыу төрлө әҙәби әҫәр, шул иҫәптән бер нисә роман һәм повесть, йөҙҙәрсә хикәйә, тиҫтәләгән пьеса, бер нисә мәҡәлә, яҙма һәм шиғыр яҙған. Уның тарихтары нигеҙендә бер нисә кино төшөрөлгән, театр постановкаһы һәм музыкаль әҫәр ҡуйылған.

Брэдбери, ижадының байтаҡ өлөшө фэнтези, риүәйәт йә әкиәт жанрҙарына тартым булһа ла, традиция буйынса фәнни фантастика классигы тип иҫәпләнә.

Брэдбери пьесалары халыҡ тарафынан яҡшы ҡабул ителгән, ләкин шиғырҙары ҙур уңышҡа өлгәшмәгән. Уның төп ҡаҙанышы булып хәҙерге заман мәҙәниәтендә ситләтелеп килгән фәнни фантастикаға һәм фэнтезиға ҡарата уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуы тора. Рэй Брэдбери 1920 йылдың 22 авгусында АҠШ-тың Иллинойс штатында Уокиган ҡалаһында тыуған. Дуглас тигән икенсе исемен — ул саҡтағы танылған актёр Дуглас Фэрбенкстан алған.

Яҙыусының атаһы, Леонард Сполдинг Брэдбери (1891—1957), 1630 йылда уҡ Атлантиканы киҫеп, Төньяҡ Америкала урынлашҡан тәүге инглиз күскенселәр тоҡомонан булған. Брэдбериҙың әсәһе, Мари Эстер Моберг (1888—1966), сығышы менән швед булған. Рэй 1692 йылда Салем сихырсыларылары процесы ҡарары менән ситтән тороп аҫыуға хөкөм ителгән Мэри Брэдбери тоҡомонан.

Буласаҡ ирле-ҡатынлы Чикагонан төньяҡҡараҡ, Мичиган күле буйында урынлашҡан кескәй Уокиган ҡалаһында (Иллинойс) танышҡан. Брэдбериҙың ата-әсәһе ул саҡта әүҙем үҫешкән кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған[18].

Брэдбериҙың 1916 йылда тыуған ике игеҙәк ағаһы: Леонард һәм Сэм булған, әммә Сэмике йәшендә үлгән. 1926 йылда тыуған апаһы Элизабет та шулай уҡ бәләкәй сағында үпкәһе шешеп үлгән, шул уҡ йылда яҙыусының олатаһы ла яҡты донъянан киткән. Үлем менән шулай иртә танышыуы уның буласаҡ күп әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан.

Йәш Брэдбери 1938 йылда, мәктәп сығарылыш альбомынан һүрәт Брэдбери ғаиләһендә 1692 йылғы атаҡлы «Салем сихырсылары буйынса суд процесында» яҙыусының ҡарт өләсәһе Мэри Брэдбери яндырылған тигән легенда йәшәгән. Был факт ысынбарлыҡта раҫланмаған, ләкин Рэй үҙе быға ышанмаған.

↪ дауамы…

Исемлек (120) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғәзиз Сәлих (Мөхәмәтсәлих) улы Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған. Милләте башҡорт.

Шәжәрәһе: Амангилде Байморатов (1775—1844) → Әлмөхәмәт (1803—?) → Яхъя (1820—?) → Абдрахман (1857—?) → Мөхәмәтсәлих (1867—?) → Ғәзиз (1895—1938).

Мөхәмәтсәлих һәм Ғәлимә Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә 6 ул үҫә: Абдулла, Абдрахман (1887—?), Ғәзиз, Фәтих (1900—?), Хәбибрахман (1905—?) һәм Ғәлирахман (1912—?). Ғаиләлә тормош ауыр була, атаһы ваҡытлы эштәргә яллана — мал көтә, бесән йыя. Малайҙар бала саҡтан ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен белеп атаһына ярҙам иткәндәр. Әсәһе Ғәлимә моңло тауышлы булып бихисап башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе йырлаған, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан белгән..

Атаһы туберкулёз менән ауырып үлгәндән һуң, 1908 йылда Абдрахман ағаһы менән Ташкентҡа китә. Унда йәйен йөҙөм баҡсаларында эшләй, ә ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡый.

1913 йылда Ташкент ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1914 йылдан Урта Азия, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Волга буйы, Себер буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1916 йылдан башлап йыш ҡына Ырымбурҙа була, концерттар менән сығыш яһай.

1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы ағзаһы булып китә. Башҡорт Хөкүмәте тарафынан ойошторолған концерттарҙа, шул иҫәптән Каруанһарайҙа сығыш яһай. 1917 йылдан Өфөлә шағир Шәйехзада Бабич менән берлектә концерттар ҡуя. 1918 йылдың яҙында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советына ағза итеп һайлана, әммә был вәкәләттәрҙе Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡабул итмәй. Бынан һуң Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы уны стипендия менән тәьмин итеп Ырымбурға уҡырға ебәрә. Әлеге ваҡытта Әлмөхәмәтовтың Ырымбурҙа уҡыуы хаҡында документтар табылмаған.

1918 йылда Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеге ҡарамағындағы контрразведка составында хеҙмәт итә. Башҡортостан мөхтәриәтенең Ҡыпсаҡ кантонында Ҡыпсаҡ ирекле отрядын ойоштора, һәм 1918 йылдың 1 авгусында уның командиры итеп тәғәйенләнә.

Концерт репертуарында ариялар, ватан һәм сит ил композиторҙарының ариялары, йырҙары һәм романстары, үҙенең вокал әҫәрҙәре, башҡорт, татар, үзбәк, фарсы, әзербайжан, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары була. Совет композиторҙары йырҙарының, классик арияларының һәм романстарының үҙ тәржемәһендә башҡорт телендә тәүге башҡарыусыһы була: Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһынан Герцог йыры, П. И Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан Ленскийҙың ариялары, А. С. Пушкиндың шиғырына А. П. Бородиндың «Алыҫ ватандың ярҙары өсөн» (рус. «Для берегов отчизны дальней») романсы, В. И. Лебедев-Кумачтың шиғырына И. О. Дунаевскийҙың «Туған ил тураһында йырҙары» (рус. «Песни о Родине») һәм башҡалар. Концерт һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән фольклор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, Ҡуңыр буға ҡобайырынан өҙөктө яҙып ала.

1921 йылда Башҡортостан АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатынан Ташкент консерваторияһына уҡырға йүнәлтеү ала. 1936 йылдың 10 февралендә «Ҡыҙыл Үзбәкстан» гәзитендә бер композитор менән интервью баҫылып сыға, бында Әлмөхәмәтовтың Ташкент консерваторияһында белем алыуы тураһында телгә алына. Әммә бында уҡыуы тураһында әлеге ваҡытта тура дәлилдәр юҡ. 1920-се йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында белем ала. 1920—1930-сы йылдарҙа йырсының тауышы грампластинкаларға яҙҙырыла.

Музыкаль-сәхнә әҫәрен — музыкаль иллюстрациялы «Сания» драмаһын үҙ либреттоһына яҙа, ул тәүге тапҡыр 1922 йылдың яҙында Ташкентта педагогия институты студенттарының көсө менән ҡуйыла{

↪ дауамы…

Исемлек (111) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (14) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Ҡара антилопа. Тсвалу Калахари ҡурсаулығы, Көньяҡ Африка.

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 22 апрель ♦ Кисәге: 21 апрель ♦ Иртәгә: 23 апрель ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
  • : Халыҡ-ара Ер көнө.
Милли байрамдар
  •  Рәсәй: Экологик хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлау көнө.
  •  Бразилия: Бразилияны асыу көнө.
  •  Испания: Королева Изабелла көнө.
Һөнәри байрамдар

22 апрель юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар
  • Башҡортнамә
  • Юбилярға Википедия бүләге
  • Әҙ генә символдар етмәй

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.