Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 51 015 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә

Нәдир-шаһ Афшар, шулай уҡ Нәдир-ҡули хан, уларҙың вәкилдәре XV быуатта ҡыҙылбаштар ҡәбиләһе менән берләшеп, Хорасанға үзбәк һөжүмдәрен кире ҡағып торорға Сәфәүиҙәр ебәргән булған. Нәдир Шаһтың яулап алыу һуғыштары нигеҙендә ҙур империя барлыҡҡа килгән, унда Иран менән Әзербайжандан тыш провинция йәки вассал сифатында Әрмәнстан, Грузия, өлөшләтә Дағстан, Афғанстан, Белуджистан, Хиуа һәм Бохара ханлығы ингән. 1737—1738 йй. Нәдир шаһ Төньяҡ Һиндостанға йүнәлә һәм 1739 йылда Делиҙы  — Бөйөк моголдар империяһының баш ҡалаһын баҫып ала, әйткәндәй, ул да төрки дәүләт була.

Нәдир шаһ үҫкәндә Исламдың шиғыйҙар фирҡәһе йүнәлешендә тәрбиәләнгән, артабан дингә битараф ҡалған. Ил башына килгәс, ул дәүләт дине булараҡ шиғыйлыҡтан баш тарта һәм бик еңеләйтеп уның яңы формаһын индерә. Имам итеп алтынсы Джафар әс-Садиҡ ҡуйылырға тейеш була. Сәфәүиҙәр кеүек үк, Нәдир шаһ төрки әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә. Уның исеме — نادر (nādir) — ғәрәпсәнән «һирәк осрар», «үҙе бер башҡа» тип тәржемә ителә.

Нәдир-ҡули Абиверде ҡалаһында, Ашхабадтан 100 саҡрым самаһы ерҙә донъяға килә. Каахкин районының Хиваабат тигән урынында әле лә боронғо Нәдир ҡәлғәһе һаҡлана. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, уға балсыҡ менән ҡом Хиуанан килтерелгән, буласаҡ шаһ шунда әсирлектә булған икән. Тотҡондан ҡайтҡас, ул хаким Бабахан ҡыҙына өйләнә.

Атаһы төрки, афшар ҡәбиләһенең ҡырҡлы араһынан, уларҙы Хорасанға үзбәк яуын ҡайтарып торорға ебәргән булалар. Нәдир үҙе 1734 осман вәзире Хакимзадәгә ике хат ебәрә (береһе төрки, береһе фарсы телендә), ул османдар менән төркмәндәр бер сығышлы, килешеп йәшәйек, тип яҙа. Могол хакимы Мөхәммәд Шаһҡа ла халҡы туркоман сығышлы, тимәк Могол һәм Афшар халҡы Аҡһаҡ Тимер затынан булып, бер тамырға барып тоташа, тип хәбәр ебәрә.

↪ дауамы…

Исемлек (116) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Гомер (йәшәгән ваҡыты — б. э. т. XII быуат һәм б. э. т. VII быуат араһы) — легендар Боронғо Грецияның сәсән—шағиры. Европа әҙәбиәтенең боронғо ҡомартҡылары булған «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Табылған боронғо грек папирустарының яҡынса яртыһы Гомерҙыҡы

Гомерҙың шәхесе һәм тормошо хаҡында дөрөҫ кенә бер нәмә лә билдәле түгел.

Шуныһы асыҡ, «Илиада» һәм «Одиссея» үҙҙәрендә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә һуң, әммә уларҙың барлығы теркәлгән беҙҙең эраға тиклемге VI быуаттан иртәрәк булдырылған. Геродот әйтеүенсә, Гомер уға тиклем 400 йыл элек йәшәгән. Башҡа боронғо сығанаҡтар уның Троян һуғышы ваҡытында йәшәүен билдәләй.

Гомерҙың тыуған урыны билдәһеҙ. Ул тыуған ер булыу хоҡуғына 7 ҡала дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афина. Геродот һәм Павсаний әйтеүенсә, Гомер Киклада архипелагының Иос утрауында үлгән. «Илиада» һәм "Одиссея"ның Грецияның ионий ҡәбиләләре йәшәгән диңгеҙ ярҙары буйында, йәки уға яҡын утрауҙарҙың береһендә сығарылыуы мөмкин. Гомер диалекты уның ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәй, сөнки ул боронғо грек теленең ионий һәм золий диалекттарының ҡушылмаларынан тора. Гомер диалекты, уның ғүмерен самалаған ваҡыттан алда уҡ барлыҡҡа килгән шиғри койнэ формаларының береһен сағылдыралар тигән фараз бар.

Традиция буйынса Гомер һуҡыр итеп һүрәтләнә. Был уның тормошондағы реаль факттарҙан алынмаған һәм бары тик антик биография жанрына хас булған тергеҙеү булыуы ихтимал. Күп кенә билдәле легендар күрәҙәселәр һәм йырсылар һуҡыр булғанлыҡтан (мәҫәлән, Тиресий), поэтик һәм күрәҙәлек һәләтен бер-береһенә бәйләгән антик логика буйынса Гомерҙың фаразланған һуҡырлығы ысынбарлыҡ кеүек күренә. Бынан тыш, "Одиссея"лағы йырсы Демодоктың тыумыштан һуҡыр булыуы ла автобиографик итеп ҡабул ителгән булыуы мөмкин.

Беҙҙең эраға тиклем III быуаттан да һуң түгел, ә ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса тағы ла алдараҡ барлыҡҡа килгән «Гомер менән Гесиод ярышы» тигән шиғри ярыш тураһында шундай риүәйәт йәшәй: йәнәһе лә, шағирҙар Эбвей утрауында һәләк булған Амфидема иҫтәлегенә ойошторолған уйындарҙа осрашҡан һәм үҙҙәренең иң яҡшы шиғырҙарын уҡыған. Ярышта судья булған батша Панед еңеүҙе Гесиодҡа бирә, сөнки ул игенселеккә һәм тыныслыҡҡа саҡыра. Тыңлаусылар аудиторияһы иһә Гомер яғында була.

↪ дауамы…

Исемлек (107) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (14) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Кристофер Кляйндың «Airborne» скульптураһы: Газ молекулаһы. Мюнхен. 2008 йыл.

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 20 ғинуар ♦ Кисәге: 19 ғинуар ♦ Иртәгә: 21 ғинуар ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
Милли байрамдар
  • АҠШ: Мартин Лютер Кинг көнө.
Һөнәри байрамдар

20 ғинуар юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар
  • Башҡортнамә
  • Юбилярға Википедия бүләге
  • Әҙ генә символдар етмәй
  • Проект:Винница өлкәһе буйынса тематик аҙна

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.