Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 48 796 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Һайланған мәҡәлә

Колчак Александр Васильевич (4 ноябрь 1874 йыл, Санкт-Петербург — 7 февраль 1920 йыл, Иркутск) — Рәсәй империяһының хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, ғалим-океанограф, поляр тикшеренеүсе (1900—1903), флотоводец (1915—1917), тарихҡа аҡтар хәрәкәте ваҡытында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәтенең етәксеһе булараҡ ингән. Рәсәй юғары хакимы һәм рус армияһының юғары баш командующийы (ноябрь 1918 — ғинуар 1920).

Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий ордендары кавалеры. Адмирал (1918).

1920 йылдың ғинуарында аҡтар ғәскәрҙәре сигенгән һәм сит ил интервенттарын Себерҙән эвакуациялаған саҡта уны Иркутскиҙа Чехословак корпусы командованиеһы тарафынан урындағы властарға чехословак эшелондарының һәм союздаш хәрби миссияларының Владивостокка иркен үтеп йөрөүенә алмашҡа тотоп ҡайтаралар. 1920 йылдың 7 февралендә Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарарына ярашлы атып үлтерелә.

Колчактар нәҫеле Рәсәй империяһының служивый дворянлыҡҡа ҡараған, байтаҡ ҙур булған, төрлө быуындарҙа уның вәкилдәре йыш ҡына хәрби эшмкәрлеге менән. Колчактың ата-бабаһы Ислам динен ҡабул иткән Босния сербы, төрөк хәрби начальнигы булған тигән версия бар. Хәҙерге тарихсылар, Колчактар Рәсәйҙә 1793 йылдағы Польшаның икенсе бүленешенән һуң барлыҡҡа килгәндәр, тип билдәләйҙәр.

Павел I һәм Александр I осорондағы сығанаҡтарҙа 1803 йылда ойошторолған һәм Днестр буйлап Рәсәй сиктәрен һаҡлаған Буг казак ғәскәрендә Лукьян Колчак иҫкә алына. Үҙенең туғандары менән Херсон губернаһының Ананьевск өйәҙендә ер биләмәләрен алған Лукьян А. В. Колчактың ҡарт олатаһы була. Сотниктың өс улы була: Иван (1790 йылғы), Антон (1802 йылғы) һәм Фёдор (1817 йылғы) Фёдор Лукьянович полковник дәрәжәһенә етә. Иван Лукьянович Одессаға күсенеп китә һәм граждан хеҙмәтенә төшә. Антон Лукьяновичтың ғаиләһе булмай. Сенаттың 1843 йылдың 1 май указына ярашлы Колчактар тоҡомдан килгән дворянлыҡта раҫлана һәм Херсон губернаһының шәжәрә китабына индерелә

↪ дауамы…

Исемлек (109) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Дыуан (Дыуанай) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көнсығыш диалектының әй һөйләштәренә ҡарай.

Ж. Ғ. Кейекбаев фаразы буйынса, [а] өнөнөң [у] өнөнә күсеү ҡағиҙәһе нигеҙендә «дыуан» һәм «табын» этнонимдары бер-береһенә тап килә: дауан > табын > дыуан. Р. Ғ. Кузеев фекеренә ярашлы, «дыуан» этнонимы монголдарҙың дурбан (dörben) ҡәбиләһе атамаһынан барлыҡҡа килә: дурман >дурбан > дыуан. Әммә дыуан һәм дурман ҡәбиләләре төрлө сығышлы айырым ҡәүем булғанлыҡтан, «дыуан» һәм «дурман» этнонимдары бер-береһенә тап килмәй. «Дыуан» башҡорт этнонимы Алтын Урҙала һәм ул тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙә (Ҡырым, Себер һәм Ҡазан ханлыҡтарында, Нуғай Урҙаһында) социаль термин булараҡ ҡулланылған. Был социаль термин «диван» ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул мосолман илдәрендә башҡарма орган (канцелярия, ведомство) тип аңлатылған.

Ә. З. Әсфәндиәров буйынса дыуан-табын ырыуы составының беренсе өлөшө Дыуан антропонимынан, ә Р. Ғ. Кузеев буйынса — «дыуан» этнонимынан барлыҡҡа килгән.

Р. Ғ. Кузеев буйынса, «дыуанай» (сығанаҡтарҙа «Дуванейская волость») атамаһы башҡорттарҙың «дыуан» этнонимының урыҫлашҡан формаһы булып тора. Шул уҡ ваҡытта «дыуанай» этнонимы «Дыуан +Әй» (Дыуан-Әй) ике составлы һүҙҙән тора.

«Дыуан» этнонимы шулай уҡ ҡаҙаҡтар (джуван), ҡырғыҙҙар (дубан) һәм үзбәктәрҙең (дувана) составында теркәлгән. Риүәйәттәргә ярашлы, дыуандарҙың ата-бабаһы Ҡормый «Алтайҙан», «Иртыштан», «көньяҡтан», «Мәккә яғынан» килгән һәм башта Ыҡ йылғаһы буйында, артабан Ағиҙел йылғаһы буйында һәм һуңынан 13 улы менән Әй йылғаһы үҙәненә килеп төйәкләнгән. Дыуан-әйле ырыуы шәжәрәһе буйынса, ҡәбиләнең ата-бабаһы Майҡы бейҙең энеһе йәки Юлбуға, ә уларҙың атаһы Субра булған. Башҡа шәжәрә буйынса Юлбуға табындарҙың һәм уларҙан айырылып сыҡҡан балыҡсы, ирәкте, ҡаҙансы, ҡайпан һәм танып ырыуҙарының боронғо ата-бабаһы Майҡы бейҙең улы тип күрһәтелә. Әммә табын шәжәрәләрендә Майҡы бейҙең атаһы тип Төмән бей иҫәпләнә, ә Юлбуға бөтөнләй телгә алынмай. Был факт һәм шулай уҡ этнография материалдары дыуан һәм табын ҡәбиләләренең туғандаш, ләкин айырым берләшмәләр икәнен дәлилләй. Тарихтарының тәүге этаптарында башҡорттарҙың табын, дыуан, ирәкте, балыҡсы, танып, ҡаҙансы һәм ҡайпан ҡәбиләләренең ата-бабалары этник яҡтан туған булған төркөмдө тәшкил иткән. Шулай итеп, дыуандар башҡорт табындары араһында айырым ырыу булы ойошҡан.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (103) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (12) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Эрам баҡсаһы. Шираз, Иран.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 28 май

Байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар
Милли байрамдар
Һөнәри байрамдар

♦ Кисәге: 27 май ♦ Иртәгә: 29 май ♦ Барлыҡ көндәр ♦

28 май юбилярҙары *
  • Шәриф Бикҡол (28.05.1924—3.09.1995), шағир, яҙыусы һәм журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
  • Калабугина Евгения Валентиновна (28.05.1934), инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972 йылдан Өфө ҡалаһындағы Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтында баш инженер, 1982—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
  • Ғәниев Булат Тәлғәт улы (28.05.1949), ғалим-тел белгесе. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Урыссу ҡасабаһынан.
  • Рәмзилә Хисаметдинова (28.05.1949—4.06.1995), шағир, уҡытыусы-педагог, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
  • Ихсанова Рәсимә Хәмит ҡыҙы (28.05.1959), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телевидение студияһы режиссёрҙары бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).

♦ Кисәге: 27 май ♦ Иртәгә: 29 май ♦ Барлыҡ көндәр ♦
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
  • Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте һәм Совет власы араһында Килешеү төҙөлә, һөҙөмтәлә Башҡортостан мөхтәриәте Башҡорт АССР-ы тип үҙгәртелә.
  • Башҡорт Хөкүмәтенең тәүге рәйесенең атаһы Юлбарыҫ Бикбов «Башҡорттар» тигән күләмле әҫәрҙең авторы булараҡ билдәле булған.
  • Башҡорт дин әһеле Японияның беренсе мөфтөйө була һәм Токио йәмиғ мәсетенә нигеҙ һала, уға шулай уҡ Филиппиндың мөфтөйө булырға тәҡдим иткәндәр.
  • 2019 йыл — күп кенә Азия илдәрендә 12 йыллыҡ циклды тамамланған Ҡабан йылы.
  • 3,5 млрд йыл элек, беренсе фотосинтезлаусы архейҙар барлыҡҡа килгәнсе, Ер атмосфераһында кислород булмаған.
  • Йәшен атыу күренеше Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә лә күҙәтелә.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар
  • Мең
  • Мириада
  • Башҡортнамә
  • Юбилярға Википедия бүләге
  • Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар
  • Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.