Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 54 470 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә
Ғосман империяһы1683 йылда

Ғосман империяһы (ғосм. دولت عالیه عثمانیه — Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye), шулай уҡ Оттома́н империяһы, Оттома́н По́ртаһы йәки По́рта — 1299 йылда Ғосман I етәкселегендә төрки ҡәбиләләр тарафынан төньяҡ-көнбайыш Анатолияла ойошторолған дәүләт. 1453 йылда Константинополь ҡолатылғандан һуң Ғосман дәүләте империя тип йөрөтөлә башлай. Константинополдең ҡолауы төрөк дәүләтселеген үҫтереүҙә мөһим ваҡиға була, сөнки 1453 йылғы еңеүҙән һуң Ғосман империяһы Европала нығына. Ғосман династияһының хакимлығы 623 йыл, 1299 йылдың 27 июленән 1922 йылдың 1 ноябренә тиклем, монархия юҡҡа сығарылғансы дауам итә.

XVI—XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы айырыуса Күркәм Сөләймән дәүерендә ҡеүәтлегә әйләнә. Ул осорҙа Ғосман империяһы Изге Рим империяһының көньяҡ сигенән төньяҡта Речь Посполитағаса, көньяҡта Йәмәнгә һәм Эритреяға, көнбайышта Алжирға, көнсығышта Каспий диңгеҙенә тиклем йәйрәп ятҡан күп милләтле, күп телле көслө дәүләт була. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығы аҫтында була. XVII быуат башында империя 32 провинциянан һәм күп һанлы вассал дәүләттәрҙән тора, уларҙың ҡайһылары һуңынан буйһондорола, ҡайһыларына автономия бирелә.

Империяның баш ҡалаһы Истанбул була. Империя Урта диңгеҙ бассейнын үҙ ҡарамағында тота. Ғосман империяһы 6 быуат буйы Европа менән Шәреҡ илдәрен бәйләүсе булып тора.

Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе халыҡ-ара танылыу алғас, 1923 йылдың 29 октябрендә Лозанна солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Ғосман империяһының вариҫы булған Төркиә Республикаһы иғлан ителә. 1924 йылдың 3 мартында Ғосман хәлифәлеге тулыһынса юҡ ителә. Уның вәкәләттәре һәм бурыстары Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесенә тапшырыла.

↪ дауамы…:

Исемлек (121) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Шүкенов Батырхан Камал улы (ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов; 18 май 1962 йыл, Ҡыҙыл Урҙа, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 28 апрель 2015 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — танылған Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, музыкант, саксофонсы, композитор, шағир. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010). Ҡаҙағстанда ЮНИСЕФ-тың Яҡшы теләк илсеһе (2009—2015). Билдәле «А’Студио» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм солисы, был төркөм составында киң популярлыҡ яулай (1987—2000).

Батырхан Камал улы Шүкенов 1962 йылдың 18 майында Ҡаҙаҡ ССР-ның Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында экономистарҙың дүрт балалы ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Камал Шүкен улы Шүкенов (1935), иҡтисадсы. Атаһы — ҡаҙаҡ, әсәһе үзбәк милләтле.

1979 йылда Ҡыҙыл Урҙалағы Н. А. Островский исемендәге 233-сө мәктәпте тамамлай.

Мәктәп йылдарында музыка түңәрәгенә йөрөй башлай, ә урта белем алғас, Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институтының саксофон класына уҡырға инә, унда ике йыл уҡый. Уға саксофон серҙәрен бар донъяға танылған саксофонсы Геннадий Гольштейн менән сакс-тенорист Владимир Рабик төшөндөрә.

1981 йылда Шүкенов Ҡурманғазы Сағырбаев исемендәге Алматы дәүләт консерваторияһының инструменталь башҡарыу факультетының саксофон класына күсә.

1982 йылда, консерваторияла уҡығанда, Алматыла музыканттар Байғали Серкебаев, Булат Сыздыҡов һәм Владимир Миклошич менән таныша, улар Батырханды Ҡазағстандан ситтә лә билдәле булған «Арай» төркөмөнә саксофонсы итеп саҡыра. Ул ваҡытта «Арай» Ҡаҙаҡ ССР-ның танылған йырсыһы Роза Рымбаева менән эшләй. Коллектив составында Шүкенов үҙен альт—тенор-саксофон оҫтаһы итеп таныта, инструменталь джаз әҫәрҙәрен башҡарып, 1983 йылда VII Бөтә Союз эстрада артистары конкурсында лауреат була.

↪ дауамы…

Исемлек (111) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
120 меңдән ашыу кеше һыйҙырған Истиҡләл мәсете. Джакарта, Индонезия.

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 12 ноябрь ♦ Кисәге: 11 ноябрь ♦ Иртәгә: 13 ноябрь ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  •  Пневмонияға ҡаршы көрәш көнө.
  • Сифат көнө.
Милли
Һөнәри
  • Рәсәй: Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • Рәсәй: Ойошма һәм учреждениеларҙың именлек хеҙмәткәрҙәре көнө.

Төбәк байрамдары

12 ноябрь юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар
  • Башҡортнамә
  • 2020 йылда аҙна_рәсеме
  • Юбилярға Википедия бүләге
  • Мириада проектында әҙ генә символдар етмәгән мәҡәләләр
  • Башҡортостан музейҙары

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.