Мең дә бер күҙәтеүем...

Мең дә бер күҙәтеүемӘхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың күҙәтеүҙәренән төҙөлгән йыйынтыҡ.

57-се күҙәтеүем.

Салауат рухлы, сәсән телле ине мәрхүм ҡәләшдәшебеҙ, яҡын дуҫыбыҙ Ғәбиҙулла Зарипов. Уның бер ҡыҙыҡлы һүҙе иҫтә ҡалған. «Нимә генә яҙһам да: ул хикәйәме, повесмы, мәҡәләме, шиғырмы-поэмамы, драмамы — ҡобайыр килә лә сыға. Жанр түгел, әйтергә теләгән фекерең мөһим. Фекерең булмаһа, ниндәй генә жанрҙа ижад итмә, һөштөмһөҙ генә нәмә килә лә сыға», тигәйне ул әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ яҙмышы хаҡында бәхәсләшкән оҙон төндәребеҙҙең береһендә. Тиңдәштәребеҙ араһында Коммунистар партияһына ингән берҙән-бер кеше лә ине ул Ғәбиҙулла. Беҙ уны шаяртып, яратып «Максималист» тип атап йөрөттөк. Партия билетын Башҡорт халыҡ фирҡәһен ойоштороу йыйылышында, Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатындағы залда яндырҙы ул.

Уның хаҡындағы шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның мәҡәләһен «Ағиҙел»дең 11-се һанында «Исемдәре — хәтер күгендә» рубрикаһында уҡырһығыҙ.

58–се күҙәтеүем.

Ҡайһы берәүҙәрҙең юғары урынға ултырғандан һуң ни өсөн танауҙарын күккә сөйөүҙәренең сәбәбе уларҙың интеллект кимәленең шул урын өсөн талап ителгән кимәлдән түбән булыуында. Шуға күрә вазифа биләүсе үҙен шул кимәлдә итеп күрһәтер өсөн эйәген өҫкә күтәреп, кешеләрҙе күрмәй, юғарыға ҡарап йөрөргә мәжбүр. Ә бына инде биләгән урыны менән үҙе бер кимәлдә булғандар баштарын тура тотоп, башҡаларҙы үҙенә тиң күреп йөрөй. Ҡыҙыҡ, биләгән вазифалары үҙенең кимәленән түбән булғандар нимә эшләй икән? Баштарын эйеп йөрөйҙәрме?

59-сы күҙәтеүем.

Кисә ҡыҙым әсәһенә: «Әсәй, һинән матурлыҡ борҡоп тора», — тип әйтеп һалмаһынмы. Кемдән өйрәнгәндер, ҡайҙан отҡандыр «борҡоу» һүҙен? Был һүҙҙәр яңғырағанда йортобоҙ эсендә һандуғас һайраны)))

60-сы күҙәтеүем.

26-сы көн ураҙа тотам. Йәй тотмаған өсөн. Баҡтиһәң, кешене ашҡаҙандан да һәйбәтерәк тәрбиәләгән «мәктәп» юҡ икән. Күп кенә төшөнсәләргә ҡарашымдың яйлап-яйлап үҙгәреүен тоям. «Ас кешенең асыуы яман» тиҙәр. Ни өсөн яман? Сөнки асыуланған саҡта нервы күҙәнәктәре ярҙамында ашҡаҙанға шыйыҡса бүленә һәм кеше үҙенең асығыуын ашҡаҙанын кислота ашай башлағанда нығыраҡ тоя. Тимәк был саҡта эсеңдә «бүреләр олоғанын» ишеткең килмәһә, асыуыңды еңеп өйрәнәһең инде. Был ураҙаның үҙем өсөн асҡан меңдән бер шифаһы ғыналыр тип уйлайым.

61-се күҙәтеүем.

Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Станислав Говорухин Ләйсән Золотарева хаҡында: «Шул тиклем ярһыулыҡ. Ҡыҙҙа шул тиклем энергия бар – ядро зарядына етер ине...» - тине. Уйнап, әммә уйлап әйтте халыҡ артисы. Ләйсән "Урал батыр" эпосынан өҙөк башҡарғанда уның йөҙөнә иғтибар иттегеҙме? Тәбиғәт балаларҙа ял итә, ейәндәрҙә йәшәй, тиҙәр. Мин халҡыбыҙҙың хәҙерге хәл-торошонан сығып ҡыҙҙың йөҙөндәге билдәне «АСЫРҒАНЫУ» тип атаным. Ҡыҙ, үҙе лә һиҙмәйенсә, шуны эшләне.

62-се күҙәтеүем.

«Йөрәк һүҙе»нән һуң һаман да күңелде тынысландырып, уйҙарҙы бер көтөүгә йыйып булмай. Ҡупҡалйыны йөрәк. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, тигәндәре шулдыр. Кисәлә булыусылар ғүмерҙәренә етерлек рух, дәрт алғандыр, меңәрләгән йәндәр ғәм уты менән тоҡанғандыр ул кисәлә. Ул төндө кисәлә булыусыларҙың йоҡламайса таң аттырыуҙары бының дәлиле!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Мәрҙәс!» билгеһе ҡуям. Зөлфиәнең ҡыҙы Гүзәл менән уңышының серен мин үҙенең йөрәген ярып сыҡҡан һүҙҙәрҙе үҙе һәм ҡыҙы башҡарыуында күрәм. Ошо уҡ шиғырҙарҙы башҡа берәү һөйләгән булһа, ундай уҡ тәьҫирле булмаҫ ине, тип тә уйлайым. Сөнки юл аҫтындағы серҙәрҙе автор үҙе генә белә. Беҙҙең шағирҙарҙың күбеһе үҙҙәре яҙғанды тыңлаусыға еткерә белмәй. Әсәле-ҡыҙлы был ҡатнашыусылар шағирәнең йөрәгенән сыҡҡан тере тойғоларын, уй-кисерештәрен, йән яныуҙарын, хафа-борсолоуҙарын теп-тере, ҡап-ҡайнар килеш тамашасыға еткерҙе. Интонациялар бик дөрөҫ һәм урынлы ҡуйылды. Зөлфиә кәрәкле баҫымдарҙы тауышы менән көйләп, тик үҙе генә белгән кисерештәрен тамашасыға еткереү оҫталығын күрһәтте. Халҡыбыҙҙың иң күркәм: ихласлыҡ, эскерһеҙлек сифаттары сағылды уларҙа.

Был проектты уйлап табыусыларға, ойоштороусыларға ла «Мәрҙәс!» Шундайыраҡ тәҡдимем дә бар: һүҙ сәнғәтенең иң юғары үҫеш баҫҡысы булып беҙҙең халыҡта борон-борондан сәсәнлек һаналған. Шуға күрә бәйгелә ҡатнашыусыларҙың үҙ иркенә ҡуйып, "Әйтеш" номинацияһын да индереү маҡсатҡа ярашлы булыр ине тием. Икенсенән, конкурстың йылдан-йыл һүҙ оҫталығы, зиһен үткерлеге йәһәтенән камиллаша, үҫешә барыуы барыбер ҙә «Әйтеш»кә алып киләсәк!

63-сө күҙәтеүем.

Ҡыштың тәүге көнө. Ҡар юҡ. Йәдкәр Бәширов «Бөйөк Башҡорт иле» тигән китабында беҙҙең эраға тиклем боронғо ата-бабаларыбыҙҙың ике тапҡыр бер быуатлыҡ ҡоролоҡ ваҡытында Себергә, Иран яҡтарына күсенеп, йөҙ йылдан һуң кире Уралтауға әйләнеп ҡайтыуҙары хаҡында яҙа. Ирандағы ҡурай уйнаусы бәшкәрттәр шул замандан тороп ҡалғандыр, тигән фараз да бар. Ул замандарҙа Ағиҙел һәм башҡа йылғалар бөтөнләй кипкән. Ағиҙел кипкәс, Кама менән Волга ла ҡороған бит инде. Ҡоролоҡто боронғо башҡорттар «ҡара ҡыш» тип атаған. «Ҡарғыш» һүҙе шунан килә. Күрәһең, кешегә иң насарҙы теләү ҙә шул ҡара ҡыш теләүгә бәйлелер.

Аҫаба башҡорттоң мотлаҡ белергә тейеш булған өс шартының береһе — йондоҙҙарға ҡарап эш итеү. Күрәһең, йондоҙҙарҙың телен аңлаған ата—олаталарыбыҙ ҡара ҡыш килеүен алдан белеп, уны үткәреү өсөн әҙерләнеп, ҡоролоҡ әжәленән ҡотолғандыр. Ит, һөт, емеш—еләк ризыҡтары киптереү тәжрибәһе тап шул замандан килә. Халҡыбыҙ ул заманда ҡоролоҡ килгәндә мәмерйәләрҙә һыу запасы һаҡлау серен дә белгән. Йондоҙҙар телен белмәүсе ҡәүемдәр барыһы ла юҡҡа сыҡҡан.

Синопниктар хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡар яуасаҡ, Аллаһ бойорһа...

64-се күҙәтеүем

Малай саҡта эттәрҙең бағана. ағас төптәренә һарып йөрөүен мәҙәк итеп кенә күрә инем. Баҡтиһәң, улар ошо рәүешле йәшәгән ерҙәренә хоҡуғын белдерә икән. Бүреләр ҙә шул рәүешле үҙ биләмәләренең сиген билдәләй. Ҡоштар иһә икенсе ғаилә башлығының һайрау тауышы ишетелгән ерҙә оя ҡора алмай. Биләмә сиген билдәләүҙә рекордты бесәйҙәр ҡуя. Мыяу-заттар ярауын күмеп, бының менән уларҙың оҙағыраҡ һаҡланыуын йәғни оҙағыраҡ ваҡытҡа еҫен һаҡлауын һәм "сик һаҡсыһы" булып хеҙмәт итеүен тәьмин итә.

Эттәр, бүреләр, ҡоштар, бесәйҙәр донъяһында барыһы ла көйләнгән. Дөрөҫөрәге, бөйөк тәбиғәт уларҙы үҙ биләмәләрен һаҡлау инстинкты менән ошо рәүешле яралтҡан. Кешеләрҙең күбеһенә ер биләмәһе бөтөнләй кәрәкмәй. Донъялар үҙгәреүгә өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт үтте: халҡыбыҙҙың нисә проценты бушлай бирелгән пай еренә документ алып, межаланы икән?

65-се күҙәтеүем

Бөгөн «Юлдаш» радиоһы егеттәре Халыҡ–ара Олимпия комитеты (МОК) тирәһендә барған низағтар тураһында һөйләште. Мин үҙ һүҙемдә ҡалам барыбер: низағтарҙың сәбәбе сәйәсәткә түгел, фәнгә бәйле. Беҙҙекеләр МОК–тың ҡуйған дәғүәләрен үҙебеҙҙең фәнни ҡаҙаныштарға нигеҙләнеп кенә кире ҡаға ала бит. Беҙҙә иһә фәндә лә оптималләштереү бара. Ни өсөн фәнебеҙ үҫешә алмай? Сөнки иҡтисадыбыҙ «иҙәндә» ята. Ни өсөн иҡтисад һөйрәлә? Сөнки фәнебеҙ саҡ тын ала. Ә кемдәр был сәйәси мәсьәлә тип әйтә, улар Лениндың һүҙҙәрен иҫкә төшөрһөн: «Сәйәсәт - ул иҡтисадтың бер дәүмәлгә тупланған сағылышы» ("Политика - это концентрированное выражение экономики"). Әгәр ҙә иҡтисадыбыҙ үҫешкән булһа, фәнебеҙ ҙә юғары булыр ине (йәки киреһенсә), ул сағында беҙгә бер ниндәй «МОК» та, «МОП»та дәғүәһен белдерергә баҙнат итмәҫ ине. Көслөләргә дәғүә белдермәйҙәр.

66-сы күҙәтеүем

Ураҙамдың бөгөн 47-се көнө. Яйлап-яйлап «эске туҡланыу» йәғни быға тиклем тупланған «запас иҫәбенә туҡланыу» механизмын үҙләштерәм. Осоп тиерлек йөрөйөм. Асығыу тойғоһон еңдем шикелле, кис ауыҙ асыу мөҙҙәте килеп етһә лә, ашағы килмәй. Баҡтиһәң, донъяла иң дөрөҫ туҡланыусылар балалар икән. Улар иртәнге. Төшкө, киске аш тигән шартлы туҡланыу ҡағиҙәләрен ҡабул итмәй, йәғни асыҡҡас ҡына ашарға һорай. Яңыраҡ бер дини китапта уҡыным. Унда Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең һүҙҙәре килтерелгән. Уның әйтеүенсә, барлыҡ ауырыуҙарҙың сәбәбе - ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөтмәйенсә, өҫтәмә рәүештә ашау.

67-се күҙәтеүем

"Оптимизм юҡ ул, мәғлүмәт етешмәүе генә бар" тип әйтеүселәр осрай. Уларҙың фекеренсә, нимәлер хаҡында барыһын да белеп бөтмәгән кеше генә яҡты киләсәкте күрә ала. Бик бәхәсле. Мин, мәҫәлән, киреһенсә: халҡыбыҙҙың үткәне, шанлы тарихы хаҡында күберәк белгән һайын үҙемде күберәк оптимист итеп тоям. Мостай Кәрим менән дә килешем: халҡыбыҙ азатлыҡ өсөн көрәшмәгән, ә азатлығын юғалтмаҫ өсөн көрәшкән, тимәк ҡол булмаған. Әгәр ҙә ҡол булһа, регуляр ғәскәре булған дәүләткә өс быуат буйына ҡаршы тора алмаҫ ине.

68-се күҙәтеүем

Студент саҡта Өфөлә арзан ғына хаҡҡа туйғансы ашап сығырлыҡ ашханалар була торғайны. Салат йә винегрет, 1-се, 2-се блюдалар, сәй йә компот, картуф йә кәбеҫтә бәлештәре, икмәк - ошоларҙың барыһын 1 һумға алыу мөмкин булды. Әммә һүҙем икенсе нәмә хаҡында. Ашханала нисек кенә, күпме генә туҡланһаҡ та, бер сәғәт тә үтмәй, ҡабаттан асығыр инек. Шул уҡ ваҡытта ятаҡтағы бүлмәгә ҡайтып, әллә ни төрләндермәй генә (йә итле аш, йә картуф, йә вермишель) бер төрлө ризыҡты үҙебеҙ бешереп ашап, аҙағынан сәй эсеп ҡуйһаҡ, көнө буйына туҡ йөрөр инек. Ошо ике төрлө туҡланыуҙың айырымлығын ураҙа тота башлағас ҡына аңланым. Хикмәт еҫтәрҙә икән. Ураҙа еҫ һиҙгерлеген арттыра. Кеше ашты үҙе бешергән саҡта таралған еҫтәр уның ашҡаҙанында тап шул еҫкә, тимәк әҙерләнгән ризыҡҡа кәрәкле ферменттарҙы бүлеп сығарып, ашҡаҙан алдан уҡ шул ризыҡты ҡабул итергә әҙерләнә, алдан уҡ эшләй башлай. Ашханаларҙа иһә кухня бүлмәләре айырым урынлашҡас, еҫтәрҙең залға үтеү мөмкинлеге сикле. Тимәк ашхана ризығын ашҡаҙан эшкәртмәй.

69-сы күҙәтеүем

Яңы йыл алдынан ҡолап китерлек яңылыҡ: спиртлы эсемлектәрҙең градусын кәметәләр, ниндәйҙер тәмләткес өҫтәйҙәр. Был, беренсенән, эсеүселәрҙең һанын ҡырҡа арттырасаҡ, икенсенән, "һыра алкоголизмы" миҫалындағы һымаҡ градусы түбән, етмәһә тәмле булып тойолған эсемлеккә өйрәнгәндәргә унан ҡотолоуы ауыр буласаҡ. Тәҡдим ителгән эсемлек кешенең ихтыярын яйлап, әммә ныҡ итеп һындырыуға иҫәпләнгән. Ҡаты һәм тәме булмаған эсемлекте ҡабул итеүселәр унан тиҙерәк ҡотола ала. Дошманының көслө һәм зәһәр булыуы кешене нығыраҡ һәм тиҙерәк сыныҡтыра. Был хәлде ваҡытында ныҡ эскән һәм унан ҡотолған кеше булараҡ яҡшы аңлайым. Әйткәндәй, 2018 йылдың 19 июлендә айныҡ тормошома 20 йыл тула. Хоҙай ғүмер бирһә, байрам итермен, тием.

70-се күҙәтеүем

Урамда кешеләрҙең кәйефенә иғтибар иттегеҙме? Һыу уртлаған кеүектәр. Барыһы ла кәйефһеҙ. Декабрь аҙағындағы романтизмдың, күңел күтәренкелегенең семтеме лә юҡ. Был нимә тураһында һөйләй? Беҙ байрам итә белмәйбеҙ. Шатланғанда ла, ҡайғырғанда ла сама белеү фарыздыр. Ни бары бер кисте уҙғарыр өсөн айҙарға етерлек шатлығыбыҙҙы, эмоциябыҙҙы сарыф итәбеҙ. Алдағы көндәребеҙ иҫәбенә үтескә шатлыҡ алып торабыҙ ҙа, һуңынан шуның һөҙөмтәһен татыйбыҙ. Кеше бер тапҡыр спиртлы эсемлек ҡабул итһә, 40 көн иманы булмай, тигән аңлау ҙа юҡтан тыумаған тимәк. Был хаҡта "Мин эсеүемде ташланым" тигән яҙмаларымда "Үтескә алынған шатлыҡ" тигән бүлектә яҙып үткәйнем инде.

71-се күҙәтеүем

Кисә кис супермаркетта 10 йәшлек самаһындағы бер үҫмер һатып алған икмәген магазиндан сыҡҡан урындағы контроль үлсәгескә һалып үлсәне лә: "Мине теүәл 8 грамға алданылар",- тине. "Нимә, икмәгеңдең ауырлығы кәмерәк килеп сыҡтымы әллә?" - тип һораным тегенән. "Юҡ, этикеткала 300 грамм тип яҙылған, ә үлсәгестә 308 грамм", - ти үҫмер. Янына килдем. Ул тағы ла тауарын күҙем алдында үлсәп күрһәтте. Мин уға: "Һинең файҙаға бит, 8 грамға оттоң, ниңә ҡайғыраһың?" - тием. Әммә үҫмер һис тә бирешергә теләмәйенсә: "Юҡ, мин алдандым", - тине лә, китеп барҙы. ...Оҙаҡ уйландым. Ә бит үҫмер дөрөҫөн әйтте. Кем белә, бәлки ул тәүге тапҡыр ошондай хәлгә тарып, күңеле менән быны ҡабул итергә теләмәйенсә, күңел ихтилалы кисергәндер. Кеше бит ошо рәүешле алданырға һәм алдашырға өйрәнә...

72-се күҙәтеүем

Бала саҡтан бер күренешкә аптырай торғайным. Эттәр һәм бесәйҙәр ауырыған саҡта ашамай, һыу эсмәй. Ҡаҡ һөйәккә ҡалғансы һуҙылып яталар ҙа, аҙаҡ, бер ни булмағандай, аяҡҡа баҫып китәләр. Ураҙамдың 72-се көнөндә, 72-се күҙәтеүҙә (был юҡҡа ғына түгелдер) хайуандарҙың был хәләте иҫкә төштө. Чекмарев һымаҡ "быҙауҙарҙың зәңгәр күҙҙәренә" ғашиҡ булыусы зоотехник дуҫым, шағир Дамир Шәрәфетдинов миңә был хәлде шулай аңлатты: ураҙа ваҡытында тере йәнгә тәбиғәт тарафынан һалынған иммунитет уяна, тере йәндең "үҙ докторы" эшмәкәрлек итә башлай. Беҙ, кешеләр генә, тәбиғәттән алыҫлашыуыбыҙ арҡаһында был хәҡиҡәтте онотҡанбыҙ. Бына һиңә кәрәкһә!

73-сө күҙәтеүем

Ауылға ҡайтҡан һайын атайым менән һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй торғайны. Кеҫә телефондары дәүере башланғас, уға ла бүләк иттем. Шунан һуң ул миңә бик йыш шылтырата башланы. Ауыл, район, донъя хәлдәрен һөйләй, тәүлек әйләнәһенә тиерлек бәйләнешебеҙ өҙөлмәй. Уның ҡарауы, ауылға ҡайтып төшһәм, һин һаумы ла, мин һаумы, тиеп әйтешәбеҙ ҙә, әңгәмәбеҙ ҙә шуның менән сикләнә. Кире Өфөгә юлланыуым була, атайым шылтыратып: "Ҡайһы ерҙә бараһың әле? Һиңә мин бер нәмәне әйтергә онотҡанмын", - ти. Машинаны юлдан ситкәрәк сығарып ҡуям да, тағы ла һөйләшә башлайбыҙ. Атайымдың ҡалған ғүмерендә беҙ күберәк телефон аша һөйләштек... Бының менән нимә әйтергә теләйем һуң? Виртуаль бәйләнешкә тиҙ өйрәндек. Үкенес, мөнәсәбәттәр ҙә виртуаль була бара. Социаль селтәр аша танышҡан дуҫыбыҙ менән күҙмә-күҙ осрашһаҡ та: "Ярай, мин һиңә селтәр аша мәғлүмәт, фото һалырмын, репост яһарһың, лайк ҡуйырһың", - тип тиҙ генә хушлашыу яғын ҡарайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, селтәрҙәш дуҫыбыҙ беҙгә ысынбарлыҡта, тормошта бөтөнләй кәрәкмәгән кеше булып сыға. Һүҙ юҡ. мәғлүмәтте хәҙер, ошо секундта Ер шарының теләһә ниндәй нөктәһенә еткереү өсөн Интернет бынамын тигән сара. Тик виртуаллектең беҙҙе ысынбарлыҡтан нисек айырғанын торған һайын нығыраҡ тоябыҙ. Әллә мин яңылышаммы, дуҫтар?

74–се күҙәтеүем

Бәләкәй саҡта Бибинур апайым менән 1 апрелдә икебеҙ генә өйҙә ҡалып, тиҫтерҙәремде тыуған көнөмә саҡырырға булып киттек. Ҡыҙыҡ күреп. Апайым йүгереп йөрөп саҡырып сыҡты. Әйтелгән ваҡытҡа малайҙар бер–бер артлы өйөбөҙгә килә башланы. Үҙебеҙ урындыҡ аҫтына инеп боҫтоҡ. Улар өйгә килеп инәләр ҙә, ишек төбөндә танауҙарын тартып торалар ҙа, өйҙә бер кем дә юҡлығын белгәс, бүләктәрен (юйғыс, дәфтәр, ҡәләм, линейка йә 3 тин аҡса) урындыҡ ситенә һалып, шым ғына сығып китәләр. Тағы ла шуныһы: аҙаҡ уларҙың береһе лә үпкәһен белдермәне. Имамитдин класташым ғына: "Һин төнә мин һине ҡотларға тип килгәндә ҡайҙа булдың? Нишләп тыуған көнөңдө 1 апрелдә үткәрҙең ул?"– тип һораған булды. Күңелемдә ауырлыҡ ҡалды 1 апрелдәге урынһыҙ был шаяртыуым өсөн. Шуға күрәлерме, тыуған көнөмдө яратмайым. Ул көндө билдәләү мәсьәләһенә битарафмын. Психологтар тыуған көнөңдө үткәреү, бүләк алыу үҙеңдең 1 йылға, юбилей ваҡытында 5,10 йылға ҡартайыуыңды рәсми рәүештә раҫлау тип иҫәпләй. Һуңлап булһа ла, малайҙарҙан ғәфү үтенәм. Ғәфү итегеҙ мине, Имамитдин, Рәйес, Хәйҙәр, Әхиәт, Ғәзиз, Миңнулла, Әбделбаҡый, Хәбир, Миңләхмәт, Әсҡәт, Азат, Әхмәт, Фәнил, Нуритдин, Салауат һ.б. Шулай ҙа тыуған көнөңдә ҡотлауҙар алыуҙың яҡшы яғы ла бар икән, дуҫтар! Быйыл шуны аңланым. Кешеләргә кәрәкмен икән. Форсаттан файҙаланып, барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Рәхмәт, дуҫтарым! Хоҙай һеҙҙе лә ҡыуандырһын!!!


75-се күҙәтеүем

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле рәссамыбыҙ Йәлил Сөләймәновтың киң билдәле "Һуңғы һартай" тигән эшен тыныс ҡына ҡарай алмайым. Күҙгә йәш тығыла. Үҙемсә унда шундайыраҡ фекерҙәрҙе уҡыйым:

1.Милләт үҙ-үҙен һаҡлайым тиһә, тик көрәшеп кенә йәшәргә тейеш. Көрәшеүҙән туҡталһаң, юҡҡа сығаһың...

2.Шул уҡ ваҡытта һин бер уҡ осорһаң, үҙеңә табан осоп килгән йөҙ уҡтан да һаҡланырға тейешһең...

3.Тарихҡа һин пистолеттан атһаң, ул һиңә пушкалар менән яуап ҡайтара...

4.Атылған уҡ - әйтелгән һүҙ, уны туҡтатып булмай...

5."Эт сапҡанда, бет саба" ти. Башҡалар уҡ атҡанда һин ҡурай тартып ҡына ултыра алмайһың...

6.Әҙәм балаһы барлыҡ ғәмәлдәре өсөн дә яуаплы... Һ.б.

Ә һеҙ ниндәй фекерҙәр уҡыйһығыҙ, дуҫтарым?

76-сы күҙәтеүем

Күмәкләшеп ауылыбыҙ клубында кино ҡарау бала сағыбыҙҙың күңелле хәтирәһе булып күңелгә уйылып ҡалған. Һинд фильмдарында, мәҫәлән, шундай сюжет һыҙығы киң таралған: егет менән ҡыҙ бер–береһенә ғашиҡ була, икәүләшеп тәбиғәт ҡосағына йүгерәләр, шунда йырлайҙар. Кино тап шул урынға барып етһә, билдәле ҡурайсы, йырсы Юнир Һағынбаевтың атаһы Шәмситдин ағай: "Былар ҡасан йырларға урын тапҡансы, сығып тартып инәм, урын тапһалар, әйтерһегеҙ",– тип сығып китә. Бер аҙҙан клубтың ишеген асып башын ғына тыға ла: "Урын таптылармы? – тип һораша. Бар халыҡ: "Юғале, тәмәкеңде тартып бөт..." – тип ҡысҡыра. Бер аҙҙан тағы ла ишек асыла, тағы... Ҡыҙыҡ, Юнир ауылдан оло донъяға, йырларға урын эҙләргә сығып киткәндә ағайыбыҙ нишләне икән?

77-се күҙәтеүем

Кино ҡарауға бәйле тағы бер хәтирә. Ул саҡта беҙҙең яҡта бер нисә ауылды бер киномеханик хеҙмәтләндерҙе. Әйтәйек, ул сәғәт киске 6-ла бер ауылда кино ҡуя ла, төн уртаһына тиклем башҡа ауылдарҙы урап сыға. Төрлө хәлдәр була. Ҡайсаҡ төн уртаһына тиклем киноның килгәнен көтөргә тура килә. Бер мәл төнгө 12-гә тиклем көттөк тә, өмөтөбөҙ өҙөлөп ҡайтып киттек. Ятырға ла өлгөрмәнек урам буйлап Йосоп тигән малай: "Шеләрке, роғоҙто, ноки лабу" (Кешеләр, тороғоҙ, кино була) тип һүҙҙәрҙең ижектәрен алмаштырып ҡуйып, ҡысҡырып йөрөп сыҡты. 15 минут та үтеп өлгөрмәне, клуб кеше менән тулды. Был хәл һуңынан йолаға әүерелде. Хәҙер ҙә ауылға ҡайтһам, кемдерҙеңдер: "Шеләрке, роғоҙто, ноки лабу",-тип ҡысҡырғанын көтөп ятам. Әҙер ятам, клубҡа барырға. Эх, Йосоп та ауылда түгел, исмаһам...

78-се күҙәтеүем

Йыуыштырыңҡырамағанлыҡтарынанмылыр... Иң күп хәрефтәрҙән торған башҡорт һүҙҙәренең береһе ошо. Кем тағы ла күберәк хәрефлеһен белә?

79–сы күҙәтеүем

Кеше күп йыйылған ерҙәрҙә – һабантуйҙарҙа, концерттарҙа, башҡа сараларҙа йөрөүҙең ҙур ыңғай һәм ҙур кире яғы бар. Ыңғай яғы: күптән күрмәгән таныштарыңды, дуҫтарыңды осратаһың, төркөмдөң ыңғай энергетикаһын үҙеңә алаһың, кире яғы: таныштарыңдың, дуҫтарыңдың береһе менән дә йүнләп аралаша, һөйләшә алмайһың. Сөнки береһе менән күрешеп тә өлгөрмәйһең, икенселәр һине тартҡылай, һаулыҡ һорашырға ҡулын һуҙа, ҡосаҡлай башлай. Был ваҡытта теге кеше менән генә һөйләшеүеңде дауам итһәң, башҡалар һине эреләнгән, әллә кем булған икән, тип уйлай башлай. Һөҙөмтәлә был сарала ҡатнашыуың һөҙөмтәһендә ҡырҡҡа бүленәһең, йөҙгә тарҡалаһың, меңгә сәрпәкләнәһең һәм кәйефең төшөп ҡайтып китәһең.

80–се күҙәтеүем

Эйнштейндың "Сағыштырмаса теория"һы ("Теория относительности")буйынса ҡарағанда иң күп йәшәүселәр ХХ быуаттың тәүге яртыһында тыуыусылар. Уларҙың ғүмере бер нисә миллион йылға тиң. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Сөнки электр һәм атом энергияһы, электрон технологиялар булмаған заманда тыуыусылар үҙҙәренең 50–80 йыллыҡ ғүмере эсендә "аттан – атом бомбаһына"тиклем ара үтте. Был арауыҡ тәүтормош ҡоролошонан ХХ быуатҡа тиклем үткән юлға тиң. Сағыштырмаса ҡарағанда, әлбиттә...

81–се күҙәтеүем

Илебеҙҙә хеҙмәт урындары йылдан–йыл кәмей барған һайын спортҡа иғтибар көсәйә. Элек беҙ көнө буйына сәкән һуғып, ҡылыс алышып, башҡа төрлө уйындарға мауығып, кис кенә өйгә ҡайтып инһәк, әсәйҙәр: ""Ҡайҙа шул тиклем йөрөнөгөҙ эт һуғарып, бушты–бушҡа ауҙарып, икмәк серетеп"", – тип әрләй торғайны.

82-се күҙәтеүем

24 февралдә Баймаҡ районының Темәс ауылы янында ат сабышы уҙҙы. Саңғы ярышы ла үтте. Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылынан башҡорт тоҡомло айғырҙы, Дон юртағын сабышырға алып килеүсе кеше әрмеләге хеҙмәттәшем Биктимер Кәримов булып сыҡты. 30 йылдан һуң уның менән осраштыҡ. Мөғжизә! Ат сабышы түбәндәгесә уҙҙы: йәштәренә ҡарап дүрт төркөм башҡорт тоҡомло аттар айырым ярышты, аҙаҡ барыһы ла ҡатнашлығында бәйге үтте, бынан тыш башҡа тоҡомло аттар айырым йүгерҙе, шунан ике төркөм башҡорт тоҡомло аттар һәм башҡалар санаға, юртаҡтар ике тәгәрмәсле арбаға егелеп ярышты. Биктимерҙең башҡорт тоҡомло айғыры үҙ йәшендәге аттар менән сабышырға теләмәне лә ҡуйҙы. Республика кимәлендә еңеп йөрөгән айғырҙың был ҡылығын хеҙмәттәшем шулай аңлатты: баҡтиһәң, бергә бәйгегә сыҡҡан аттар араһында ҡатнаш ҡанлылары булһа, башҡорт тоҡомло айғыр ундайҙарҙы шундуҡ тойоп ала һәм улар менән сабышырға теләмәй икән. Тәбиғәтте алдап булмай шул. Беҙ генә башҡалар менән йылғырлыҡта, өлгөрлөктә һәм башҡа бик күп "-лыҡта" һәм "-лектә" ярышып маташабыҙ.

83-сө күҙәтеүем

Сәлимә һеңлем әсәһе, Гөлнур апайым хаҡында шундай матур һүҙҙәр яҙған. Рәхмәт туғаныма! Эйе, ул тормошто, кешеләрҙе, сәхнәне, бигерәк тә шиғриәтте ярата. Үҙе лә шиғыр яҙа. Тағы ла, әгәр ҙә тормошо башҡасараҡ юлдан киткән булһа, ул мотлаҡ йырсы булыр ине. Һаман да үҙәкте өҙҙөрөп башҡара ул йырҙарын. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ улар Сыңғыҙҙағы Флүрә апай Туйсина менән икеһе ауыл, район клубтарының халыҡ артистары инеләр. Гөлнур апайымдың тағы ла бер күркәм дә, бәлки башҡаларға сәйер ҙә булып тойолған сифаты бар: кемдер уның алдында насар йә ауыр һүҙ һөйләй башлаһа, йырларға тотона. Теге кеше туҡтағансы һуҙа һәм еңеп сыға. Бындай ғәҙәт уға атайыбыҙҙың әсәһе Тайфа ҡарсәйебеҙҙән мираҫ булып ҡалған. Ул да тормошондағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы йырлап еңгән.

This article is issued from Wikibooks. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.